Тәлғәт ШАҺ МА НОВ ШӘҒӘЛЕ ША Һ МА Н НӘҪЕЛЕ Күмертау - 2007 й. ББК - 63.5(2Рос=Баш) Ш- 16 Шаһманов Т. Ғ. Шәғәле Шаһман нәҫеле,-Күмертау: ҡала нәшриәте, 2007, 264 бит, ил. РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Тәлғәт Шаһ-мановтың фәнни-популяр характерҙағы был хеҙмәте, күп йыллыҡ ғилми эҙләнеүҙәренең асыҡ һөҙөмтәһе булараҡ, Тамъян ырыуы бейе һәм башҡорт кенәзе Шәғәле Шаһмандың, уның нәҫел-нәсәбенең тарихын өйрәнеүгә арнала. Автор уларҙың үткәндәге, бөгөнгө тормошон дөйөм халыҡ тарихы менән тығыҙ бәйләнештә ҡарарға ынтыла. Китап тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә. ISBN 978-5-901834-Ҙ5-0 © Тәлғәт Шаһманов, 2007 г. Шәғәле Шаһман нәҫеленән булыуым менән һәр саҡ ғорурланам һәм ғорурланасаҡмын. Балаларымды ла шундай рухта тәрбиәләргә ынтылам. Минең төп йәшәү маҡсатым - бынан 450 йыл элек Рәсәйгә үҙ ирке менән ингән ата-бабаларыбыҙҙың изге эшен яңы шарттарҙа яңыса һәм уңышлы дауам иттереү. Бигерәк тә, интеллигенция вәкиле булараҡ, республикабыҙ халыҡтары дуҫлығын нығытыуға үҙ өлөшөмдө индереү, уларға именлек һәм дә күркәм тормош тәьмин итешеү. 3 ИНЕШ Ағас тамыры ер үҙәге аша үтә, Әҙәм тамыры ир үҙәге аша үтә. (Башҡорт халыҡ мәкте). Нәҫел - бер бабанан килә торған кешеләр быуыны. Төп баба - нәҫелдең башы. Нәҫел-ырыуҙың кемдән башланып, нисек тармаҡланып китеүен күрһәткән схема йә быуындар нәҫел ағасы - шәжәрә тип атала. Ул ғәҙәттә ағас һүрәтендә яҙылып, кешенең ата -бабаһы - ағастың олоно, яҡын туғандары - ботағы, туғандарының туғандары - һабаҡтары, япраҡтары формаһында тармаҡланып төҙөлгән була. Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән һәр кем ете быуынын биш бармағы кеүек белергә тейеш тигән изге йолаһын XX быуатта, бигерәк тә, Советтар Союзы дәүләте осоронда, онотторорға тырыштылар. Тарихсы һәм филолог ғалимдар араһында шәжәрәләргә тарихи ҡулъяҙма ҡомартҡы ғына итеп ҡарау өҫтөнлөк алып килде. Ә уның башҡорт халҡының тормошонда тотҡан урыны, әһәмиәте күҙ уңынан ситтә ҡалды, сөнки Октябрь түңкәрелешенән һуң халҡыбыҙ күрәләтә аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителде, етмәһә, тарихи, этногенетик тамырҙарыбыҙға балта сабыу маҡсатында, төрлө милләт вәкилдәренән боламыҡ яһап, ҡатнаш никахтарҙан торған ғаиләләрҙе шапыртып маҡтап,' «совет халҡы» тигән урыҫ телле бер генә «милләт» барлыҡҡа килтереү идеяһы алға һөрөлдө. Бына шул сәбәптәр арҡаһында ата-бабаларҙан ҡалған мираҫҡа - шәжәрәләргә,j тарихҡа битараф бер нисә маңҡорт, мөртәт быуын күҙ алдыбыҙҙа үҫте. Туғандары күп булған кешене, ғәҙәттә, нәҫел-нәсәпле кеше тиҙәр. Нәҫел-ырыуын ишәйтмәүсе, киреһенсә, тарҡатыусы, бөтөрөүсе бәндәләрҙе халҡыбыҙ борон-борондан «нәҫел ҡоротҡос» тип әйтер булған. Күренекле ғалимыбыҙ Әкрәм Бейеш тә был хаҡта шулай борсолоп яҙҙы: «Һәр кеше үҙенең ете быуынын, шунан 4 ары ауылының, халҡының тарихын белергә тейеш», -тигән беҙҙең ата-бабалар. Ләкин хәҙерге заманда ата-бабаның ул алтын һүҙе онотолоп уҡ бөтмәһә лә, бик ныҡ көсөн юғалтҡан, изге йоланы тотҡан кеше әҙәйгән, хатта ҡартатайының атаһын да белмәгән, белергә теләмәгән кеше күбәйгән. Ни өсөн тигәндә, совет дәүерендә кешенең аңын тарҡатыуға, нәҫел-нәсәбен оноттороуға, ваҡ милләттәрҙе таратып, төрлөһөн аралаштырып, милли тойғоһон һүндереүгә, тотош урыҫлашты-рыуға күп көс һалдылар, атаһы улын, инәһе ҡыҙын белмәгән донъя ҡорҙолар. Шул донъя буталышында үҙ телен кәм күргән, үҙ милләтен танымаған маңҡорттар үҫеп сыҡты. Нәҫелеңде белеү ҡыҙыҡ өсөн түгел, үҙ урыныңды табыу өсөн кәрәк. Тәрән тамырҙарын белгән кеше генә үҙенең өҙөлмәҫ туғанлыҡ ептәре менән милләтенә бәйле икәнен аңлап, үҙ ереңдә, үҙ илендә ныҡ баҫып тора. Кешене сәләмәт рухлы, бай күңелле иткән милли тойғо шунан башлана» (1,3)’. XX быуат аҙағында Советтар Союзы дәүләте юҡҡа сыҡҡас, һәм һуңғы бер нисә тиҫтә йылда милләтебеҙҙең үҙ аңы үҫеп, яңы кимәлгә күтәрелгәс, гүйә, ғәфләт йоҡоһонан уянып, тарихи тамырҙары, нәҫел-нәсәбе, шәжәрәһе, ҡайһы ҡәбилә, ырыу, ара (аймаҡ) вәкиле булыуы менән ҡыҙыҡһына башланы. Шуларға бәйле шәжәрә бөгөнгө тормошобоҙға яңынан әйләнеп ҡайта, үҙенсәлекле яңырыу осоро кисерә. Күп кенә тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр уларҙы, ғилми күҙлектән өйрәнеү менән генә сикләнеп ҡалмайынса, яңыртып төҙөп, милләттәштәренә кире ҡайтарып биреү хәстәрлеген дә күрә. * (1,3) Йәйә эсендәге һандарҙың тәүгеһе китаптың артында би- релгән әҙәбиәт, архив документтары исемлегендә ге сығанаҡтың рәт һанын, өтөрҙән һуңғыһы кәрәкле текстың рәт һанын (но- мерын) йә битен күрһәтә. 5 Беҙ ҙә генеалогиябыҙ менән ҡыҙыҡһына, күп кенә материалдар туплап, уларҙы ентекле өйрәнә, анализлай башланыҡ, һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, әлеге фәнни-популяр хеҙмәт донъяға тыуҙы. Унда Тамъян ҡәбиләһе башҡорттарының айырылғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил итеүсе XVI быуатта йәшәгән ырыу башлығы, бей һәм кенәз Шәғәле Шаһман, уның нәҫел-нәсәбе тарихы тураһында бәйән ителә. Ул башҡорт халҡының дөйөм тарихы менән тығыҙ бәйләнештә ҡарала. 6 I бүлек. ШӘҒӘЛЕ ШАҺМАН НӘҪЕЛЕ 1. ШӘҒӘЛЕ ШАҺМАН НӘҪЕЛЕНӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ СЫҒАНАҠТАР ҺӘМ ИСТОРИОГРАФИЯ Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡағылышлы яҙма сығанаҡтарҙы тел яғынан иҫке төрки, башҡорт һәм урыҫ телдәрендәгегә бүлеп ҡарарға мөмкин. Шуларҙан бигерәк тә һуңғылары, урыҫ телендәгеләре, ҡиммәтле сығанаҡ булып тора. Шундай төрҙәге документтарҙың ҡайһы берҙәре Өфө, Ырымбур, Мәскәү, Санкт-Петербург дәүләт архивтарында һаҡлана. Уларҙа беҙ өйрәнгән мәсьәләгә ҡарата төрлө йәһәттән, мәҫәлән, Шәғәле Шаһман нәҫеле генеалогияһына, уның күренекле вәкилдәренең тормошо һәм эшмәкәрлегенә, хатта айырым шәхестәрҙең башҡорт халҡы тарихында тотҡан урынына, шулай уҡ был нәҫел кешеләре нигеҙләгән ауылдар тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе күпләп осрата алабыҙ. Сығанаҡтарға күсер алдынан тәүҙә был тарихи шәхестең исем-атына бәйле мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп китеүҙе урындылыр, тип иҫәпләйбеҙ. Тарихсы, этнограф ғалимдар уны, башлыса, «Шағә-ле Шаҡман», «Шәғәли Шаҡман» тип, ә «Йәшлек» гәзите «Шәғәле Шаһман» тип яҙа. Шаһман фарсы телендә «шаһ кешеһе, шаһҡа яҡын кеше» тигәнде аңлата. Шаҡман иһә - шул уҡ һүҙҙең диалекталь варианты йәғни төп (тулы) исемде ҡулланышта үҙгәртеп ҡулланыуҙың асыҡ бер сағылышы. Беҙ башҡорт кенәзенең төп йәғни тулы исемен ҡулланыуҙы хуп күрҙек. Ә ҡайһы бер фәнни хеҙмәт, мәҡәлә, халыҡ ижады әҫәрҙәренән өҙөктәр килтергәндә, уларға һылтан-малар эшләгәндә был тарихи шәхестең исем-аты диа лекталь вариантта бирелгәнсә йәғни оригиналдәгесә ҡалдырылды. Сығанаҡтарға килгәндә, иң беренсе сиратта беҙҙе иҫке төрки телендә яҙылған шәжәрәләр ҡыҙыҡһындыра, сөнки уларһыҙ Шәғәле Шаһман нәҫеле тураһында тө- 7 шөнсә-мәғлүмәттәр туплау уғата ла ҡыйын булыр ине. Бөгөн был нәҫелгә ҡағылышлы тиҫтәнән ашыу шәжәрә билдәле. Шуларҙың дүртәүһе академик Раил Ғүмәр улы Кузеев төҙөп, баҫтырып сығарған «Башкирские шежере» (Уфа, 1960 г.) тигән китапта донъя күргән. Улар түбәндәгеләр: 1. «Сытырман һәм Моҡас ауылдары башҡорттары шәжәрәһе»; 2. «Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән һәм Тамъян ҡәбиләләре шәжәрәһе» (1-се вариант); 3. «Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән һәм Тамъян ҡәбиләләре шәжәрәһе» (2-се вариант); 4. «Тамъян ҡәбиләһе шәжәрәһе» (2; 36-49, 71-80, 145-154). Был ҡулъяҙма ҡомартҡыларҙың тәүгеһе Шәғәле Шаһман нәҫеленең 4-се быуыны, тыуаһы. Моҡас Те-ләүкәевтың улдары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыҡларға ярҙам итешә. Икенсе, өсөнсө шәжәрәләр башҡорт ҡәбиләләре етәкселәренең Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыу сәбәптәрен, шуға бәйле ваҡиғаларҙы, уларҙың халҡыбыҙ яҙмышына яһаған ыңғай йоғонтоһон андарға, шулай уҡ XVI быуат уртаһындағы ырыуҙарҙың тормошон тойом-ларға мөмкинлек бирә. Дүртенсе ҡулъяҙма, «Тамъян ҡәбиләһе шәжәрәһе» тип аталһа ла, башлыса, Шәғәле Шаһман нәҫеленең Бураш, Буралы исемле улдарынан таралған айырым быуындарын сағылдыра. Тик йыйынтыҡты төҙөүсе ғалим Р. Ғ. Кузеев ҡайһы бер һуңғы быуыңцарҙағы исемдәрҙе уларҙың ул, ейән, бүләләренә, йәғни вариҫтарына совет етәкселәре яғынан нахаҡ яла яғырға юл ҡуймау маҡсатында төшөрөп ҡалдырған. Был шәжәрә тәү башлап 1745 йылда төҙөлгән, һәм, «шаһинәлиҡ дәфтәренә» беркетелеп, 1798 йылдың 15 июнеңдә уны Ноғай юлының Тамъян олоҫо башҡорттары Өфө өйәҙенең архивынан эҙләп алынған «выданной указ» менән иҫке грамота нигеҙеңдә 1820 йылдың 22 мартында яңыртып яҙып ҡалдырған. 2002 йылда академик Р. Ғ. Кузеев етәкселегендә ғалимдар Р. М. Булгаков, М. X. Нәҙерғолов төҙөп, баҫты- 8 рып сығарған башҡорт шәжәрәләренең яңы йыйынтығында «Тамъян ҡәбиләһе шәжәрәһе»нең тулы килеш донъя күреүе беҙҙең тарафтан өйрәнелеүсе мәсьәләне күҙ алдына тулыраҡ баҫтырырға мөмкинлек бирә (3, 12 1-128). Был баҫмаға ингән «Стәрлетамаҡ өйәҙенең 9-сы кантонындағы Тамъян олоҫо башҡорттары менән Боғорослан өйәҙенең Мөъмин ауылы башҡорттарының ҡан-ҡәрҙәшлеге тураһында Дәүләтхужа улы Әлимғужа тарафынан яҙылған, имам Ғабдулҡадирҙың улы Ғабдулхаҡ тарафынан күсереп алынған хат» тигән ҡулъяҙма ҡомартҡы Шәғәле Шаһман нәҫеленең бығаса ныҡлы билдәле булмаған тармаҡтарын аса (3, 129-134). Ул шуның менән ифрат ҡиммәтле лә. Юғарыла телгә алынған дүрт шәжәрәнән тыш, тарих фәндәре докторы профессор Әнүәр Закир улы Әсфән-диәров тарафынан Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылында табылып, тәү тапҡыр ғилми ҡулланылышҡа индерелгән тағы бер шәжәрә бар. Ул - Усман Мөхәмәт-ғариф улы Әбүбәкеровтың 1929 йылда яҙған Йомағужа ауылы тарихы һәм шуға бәйле яңыртып төҙөгән Шәғәле Шаһман нәҫеле шәжәрәһе (4, 19-20). Унан беҙ был тарихи шәхестең 6 быуыны ( Таман бей - Балун бей -Тамъян бей - Уразай бей - Мотай бей - Кырай бей -Шәғәле Шаһман) һәм, Бураш менән Буралынан тыш, Сеүә исемле тағы ла бер улы булғанлығын, унан таралыусы нәҫел араһын белә алабыҙ. У. Әбүбәкеров яңыртып төҙөгән шәжәрә быға тиклем билдәле булған Тамъян ырыуы шәжәрәләрендәге Шәғәле Шаһман нәҫеленең күп кенә исемдәр, быуындар теҙмәһен бер-береһенә анығыраҡ, дөрөҫөрәк тоташтырырға, уларҙы XIX быуаттағы рәүиз ҡағыҙҙары менән сағыштырып ҡарарға ярҙам итә. Усман Әбүбәкеров был шәжәрәне төҙөгәндә Күлләр ауылы муллаһы Шафиҡтан өс вариантта күсереп алған Шәғәле Шаһман нәҫеле шәжәрәләрен дә ҡулланған. 9 Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының шәжәрәләр фондында һаҡланыусы «Шәғәле Шаһман тоҡомо шәжәрәһе» бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. (Беҙгә был шәжәрәнең күсермәһен журналист һәм яҙыусы Фәнис Фәтих улы Янышев бирҙе.) Уны ғалим-диалектолог Таһир Ғәлләм улы Байышев Миәкә районы Ҡолтай-Ҡаран ауылында йәшәүсе Әсфәндиәр Сәғҙи улы Янышевтың шәхси архивынан күсереп алған. Был шәжәрә Шәғәле Шаһмандың ике улынан: Бураш менән Буралынан таралған ир-ат йынысы быуындарынан тора. «Шәжәрәне төҙөүсе йәки беҙҙең ҡулдағы нөсхәгә күсереп яҙыусы кеше аҙ грамоталы кеше булған, элекке ғәрәп алфавиты орфографияһын насар белгән, - тип яҙа Таһир Ғәлләм улы баш һүҙендә. - Шуның өҫтөнә ул кеше тарафынан төп нөсхәләге ҡайһы бер исемдәр танымаҫлыҡ рәүештә боҙоп яҙылған. Беҙ тейешле урында (аңламаған урында) байтаҡ исемдәрҙе дөрөҫләп яҙҙыҡ. Таный, төшөнә алмаған исемдәрҙе оригиналдәгесә ҡалдырҙыҡ, һәр хәлдә, мөмкин тиклем нөсхәнән ситкә сыҡманыҡ: аңлашылғанын төҙәттек, аңлашылмағанын шул килеш ҡалдырҙыҡ. Ғәрәп алфавиты орфографияһын хәҙерге алфавит орфографияһына мөмкин тиклем дөрөҫ күсерергә тырыштыҡ. Шәжәрәнең бер яҡ ситендәге дауамы юғалған, ти-мәк, һуңғы бер нисә быуындың исемдәре шәжәрәлә юҡ. Шулай ҙа, ҡайһы бер кешенең нисә улы булғанлығы оригиналдә һыҙыҡ менән күрһәтелгәйне. Ундай быуындарға беҙ буш шаҡмаҡтар ҡуйып киттек. Хәҙерге йәш быуындар ул шаҡмаҡтарҙы тултырырға һәм артабан дауам иттерергә тейеш булыр.» Шәғәле Шаһман нәҫеле тарихын өйрәнеү барышында беҙгә шул нәҫел вәкилдәренең ҡулдарында йәғни шәхси архивтарында һаҡланған, әммә быға саҡлы кин йәмәғәтселеккә билдәле булмаған яңы шәжәрәләр менән танышып, уларҙың күсермәләрен алырға яҙҙы. Бигерәк тә. Әхтәм Тимерғәле улы Хисаметдинов (1932 йылғы) ю менән Сәғитйән Зәйнәғәбтдин улы Ғәйнуллинда (1940 йылғы) Мәләүез районының Оло Моҡас, Тимербай Тимербулат улы Шәйәхмәтовта (1947 йылғы) Иҫке Муса, Ғәтиәт Солтанмәзит улы Ҡаҙаҡбаев (1895 йылғы), Ғәфүр һиҙиәт улы Ҡаҙаҡбаев (1932 йылғы) һәм Мирғәлим Мирхәйҙәр улы Ишмөхәмәтовта (1928 йылғы) Көйөргәҙе районының Түкән, Ғәбделхаҡ Фәтҡулла улы Әхтәмовта (1926 йылғы) Илкәнәй, журналист һәм яҙыусы Фәнис Фәтих улы Янышевта (1950 йылғы) Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ, Ерекле-Күл, Ҡолтай-Ҡаран, журналист һәм яҙыусы Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәгкужинала (Гөлгизәр Фәйзи) (1951 йылғы) Әбйәлил районының Юлдаш ауылдарында йәшәгән һәм йәшәүсе Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡағылышлы һаҡланған ҡулъяҙма шәжәрәләр ғайәт ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә был шәжәрәләр ҙә автор тарафынан сағыштырып өйрәнелеп, тулыландырылып, төҙәтелеп, информаторҙарҙан яҙып алынған һуңғы 4-5, 5-6, 6-7 быуындар өҫтәлеп, Шәғәле Шаһман нәҫеле вәкилдәре нигеҙләгән ауылдар буйынса ҡайтанан яңыртып төҙөлдө. Улар дүрткелдәр эсенә кеше исемдәре яҙылған схемалар рәүешендә түгел, ә, Европа халыҡтары тәжрибәһен иҫәпкә алып, бағаналап бирелде. Беренсе бағаналағы һан шәжәрәләге кеше исемдәренең быуындар буйынса тәртип һанын белдерһә, икенсе бағаналағы һан уның атаһының исеменә бәйле һанды аңлата. Өсөнсө бағаналағы кеше исемдәре тәүге бағаналағы, дүтенсе бағаналағы кеше исемдәре һәм бишенсе бағаналағы туғанлыҡ термины {уль1) икенсе бағаналағы һандарға тап килә. Быуындар рим цифрҙары һәм «дәрәжә» тигән һүҙ менән айырып бирелә. Мәҫәлән: 1 Таман бей 2:1 Балун бей I дәрәжә II дәрәжә 11 3:2 Тамъян бей. Һеҙ шәжәрәләр менән әлеге хеҙмәттең аҙағында бирелеүсе ҡушымталарҙан ентекле таныша алаһығыҙ. Шулай ҙа БР Үҙәк дәүләт архивындағы 1816, 1834, 1859, 1917 йылдарҙағы рәүиз ҡағыҙҙары менән танышыу, эшләү өсөн юл ябыҡ булыу сәбәпле, беҙҙең тарафтан тө-ҙөлгәншәжәрәләр камил, улар юғары кимәлдә төҙөлгән, тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер исемдәрҙең төрлө сәбәптәр арҡаһында шәжәрәләргә инмәй ҡалыуы ла ихтимал. Ундай осраҡта китаптың авторына был турала хәбәр итергә йә яҙып бирергә кәрәк. Шулай уҡ яңы тыуған бала-ларҙың исем-атын да авторға даими рәүештә еткереп тороуҙы оноторға ярамай. Ҡыҫҡаһы, был йәһәттән Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡараған вәкилдәр менән берлектә киләсәктә күп эштәр башҡараһы бар. Шуға ҡарамаҫтан әлеге китапта тәҡдим ителеүсе шәжәрәләр яңы социаль-ижтимағи шарттарҙа өр-яңы функция башҡарыуға, беҙҙең рухи тормошобоҙҙа ыңғай роль уйнауға һәләтле, тип шикләнмәй әйтә алабыҙ. Шәжәрәләрҙән тыш Шәғәле Шаһман нәҫеленә бәйләнешле күп кенә фольклор материалдары ла һаҡланған. Был нәҫел вәкилдәре хаҡындағы төрлө һыҡтау, ле-генда-риүәйәттәр фольклорсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр тарафынан төрлө ваҡытта төрлө информаторҙарҙан яҙып алынып, күп томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» серияларының 1-се, 2-се баҫмаларында, шулай уҡ матбуғат баҫмалары биттәреңдә донъя күргән. Әлеге хеҙмәттә автор уларҙы урынлы һәм ентекле файҙаланырға тырышты. Шәғәле Шаһман кенәз хаҡындағы тәүге төплө һүҙҙе әйтеүсе филология фәндәре кандидаты Мөхтәр Мофазал улы Сәғитов (1933-1986) булды. Уның «Шағәле Шаҡман илендә» тигән юлъяҙмаһы бөгөн дә актуаль булып ҡала (5, 71-78). Фольклорсы-ғалим беҙгә Тамъян ырыуы башлығының ҡайҙа ерләнгәнлеген хәбәр итә, уның биографияһына, шәхесенә ҡағылышлы информа- 12 торҙарҙан яҙып алынған байтаҡ ҡына мәғлүмәттәрҙе еткерә, шуларға бәйле үҙ уй-фекерҙәре менән дә уртаҡлаша. Филология фәндәре докторы Рәшит Закир улы Шәкүров «Тарих һөйләй ил ҡарттары» тигән мәҡәләһендә, Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылы аҡһаҡалдары менән булған әңгәмәһенән сығып, шул ауылда бөгөн дә йәшәүсе Шәғәле Шаһман нәҫеленең бер тармағы хаҡында мауыҡтырғыс итеп яҙа, информаторҙар ауыҙынан ишеткән мәғлүмәттәрҙе үрҙә телгә алынған «Тамъян ҡәбиләһе шәжәрәһе»ндәге быуындар теҙмәһе менән йә-нәшә ҡуйып, сағыштырып ҡарай (6, 364-372). Ғалим-дың был мәҡәләһе Шәғәле Шаһман нәҫеле генеалогияһын ғилми яҡтан асыҡлау, өйрәнеүҙәге тәүге аҙымдарҙың береһе булды. Академик Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов Шәғәле Шаһман шәхесенә һәм уның нәҫеленә ҡағылышлы фольклор материалдары туплауҙа, уларҙы баҫтырып сығарыуҙа ҙур эш башҡарҙы. Уның 1985 йылғы боронғоно өйрәнеү буйынса экспедицияла Белорет районы Ҡаһарман ауылында Ҡ. Ғ. Ғиниәтуллиндан «Тамъян ырыуы» легендаһын яҙып алыуы, аҙаҡ был ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһының күп томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» серияһының икенсе баҫмаһында донъя күреүе - беҙҙең тарафтан өйрәнелеүсе темаға туранан-тура ҡағылышлы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә (7, 121). Ғалимдың Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар һәм боронғо баҫма китаптар фондындағы фольклор һәм археографик экспедиция материалдарынан аралап алып («Ҡиссалар. Шиғырҙар. Фольклор яҙмалары» тигән тупланма, шифры: 1-а 113) «Ватандаш» журналында баҫтырып сығарған «Шәғәле Шаҡман ға һыҡтау» халыҡ ауыҙ-тел ижады был тарихи шәхестең образын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итешә (8, 164). Ғайса Хөсәйеновтың «Башҡорт халҡының рухи: донъяһы» китабына ингән «Башҡорт бейҙәре һәм, әмирҙәре», «Башҡорт абыҙҙары 13 һәм батырҙары» (9, 42-68), Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына бәйле матбуғат баҫмаларында донъя күргән «Иҙеүкәй әмир» (10, 42-63), «Илсе бейҙәр» (11, 131-137) тигән мәҡәләләре XV - XVI быуаттарҙағы Башҡортостандың сәйәси, социаль-ижтимағи хәл-торошо тураһында күп мәғлүмәттәр бирә. Ғалимдың Шәғәле Шаһмандың 9-сы быуын вариҫы, XVIII быуаттағы иң билдәле башҡорт яуҙарының береһен етәкләгән Аҡай Күсемов хаҡындағы «Аҡай яуы» тарихи хикәйәтен табып, уға айырым мәҡәлә бағышлап, «Ватандаш» журналында баҫтырып сығарыуы ла оло әһәмиәткә эйә (12, 62-73). Был тарихи хикәйәттең йөкмәткеһенә, уға бәйле тарихи ваҡиғаларға икенсе бер күренекле әҙибебеҙ Йыһат Солтанов та «Ауылым. Ырыуым. Шәжәрәм» тигән тәүәрихында ентекле туҡтала (13, 149-161). Унда Шәғәле Шаһман нәҫеленән, Аҡай Күсемовтан тыш, тағы ла бер нисә исемде осратабыҙ. Башҡортостан һәм башҡорт халыҡ тарихына бәйле историографияла ла Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡағылышлы факт-мәғлүмәттәр етерлек. Улар күп йәһәттән шәжәрә һәм фольклор материалдары менән тығыҙ үрелеп, бер-береһен тулыландырып килә. Башҡорт тарихсыларынан был темаға туранан-тура бәйле йә башҡа мәсьәләләрҙе ғилми яҡтан яҡтыртҡанда уларға ҡағылышлы бик күп материал-мәғлүмәттәрҙе тарих фәндәре докторы профессор Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың «Олатайҙарҙың бар тарихы» (Өфө, «Китап», 1997 й.), «Башкирские тарханы» (Уфа, «Китап», 2006 г.), «История башкирских сел и деревень. Книга первая.» (Уфа, 1997 г.) тигән ғилми хеҙмәттәрендә осрата алабыҙ. Тарих фәндәре докторы Әбүбәкер Нуриан улы Усманов-тың «Добровольное присоединение Башкирии к Русскому государству» (Уфа, 1982 г.), тарих фәндәре . докторы профессор Ирек Ғайса улы Лҡмановтың «XVII — XVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре» (Өфө, «Китап», 1998 й.) исемле монографиялары ла Шәғәле 14 Шаһман нәҫеле тарихын өйрәнеүҙә ныҡлы ғилми таяныс булып хеҙмәт итә. Бынан тыш Ирек Ғайса улының «Ҡаҙан юлы башҡорттарынан XVH-XVIII быуаттарҙағы ихтилалдарҙың юлбашсылары» тигән мәҡәләһе Шәғәле Шаһман нәҫеленең бер тармағынан сыҡҡан XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең (Шәғәле Шаһман - Буралы - Туҡмайрыҡ - Аҡһары - Жилкой - Шыугәрәй - Бикшауай - Түләкәй - Күсем - Аҡай - Абдулла) тормошон һәм эшмәкәрлеген тарихи документтар ерлегендә төплө лә, нигеҙле лә яҡтыртыуы менән диҡҡәтте тарта. Тамъян ырыуына, Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡағылышлы ҡайһы бер ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе бөйөк башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Башҡорттарҙың тарихы» (Өфө, «Китап», 1994 й.), тарих фәндәре докторы Рим Зәйнәғәбитдин улы Янғужиндың «Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан» (Өфө, 1995 й.), филология фәндәре докторы профессор Азат Әхмәҙулла улы Камалов менән Фирүзә Үлмәҫ ҡыҙы Камалованың «Атайсал» (Өфө, «Китап», 2001 й.) тигән ғилми китаптарынан табырға мөмкин. Шәғәле Шаһман нәҫеле тарихын ғилми күҙлектән тикшереүгә тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр ҙә үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы. Был йәһәттән бигерәк тә «Көнгәк» гәзитенең баш мөхәррире Сәйфулла һаҙый улы Әмировтың (1956 йылғы) «йомағужам - минең ғорурлығым» (Мәләүез - 2004 й.) исемле китабы, «Тыуған яҡ тарихына ҡарата» («Шоңҡар» журналы, 1997 й., 5-се һан, 31-35-се биттәр) тигән күләмле мәҡәләһе был йәһәттән уңышлы булды. Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Салауат Вәлиуллин да, Әсфәндиәр Сәғҙи улы Янышев төҙөгән шәжәрәгә яңы быуыңдарҙы өҫтәп, уны яңыртып төҙөнө һәм Шәғәле Шаһман нәҫеле йәшәгән ауылдың тарихы хаҡында район гәзитендә шулай уҡ ҙур күләмле мәҡәлә яҙып баҫтырҙы. Мөғәллимдең был фиҙакәр эшмәкәрлеген Башҡортостандың ха- Ц 15 лыҡ шағиры Рауил Бикбаев юғары баһаланы. «Йөҙҙән ашыу уҡыусыһы булған Тамъян-Таймаҫ урта мәктәбе районда иң яҡшыларҙан һанала. Уҡыу бүлмәләре яҡты, улар һәйбәт йыһазландырылған. Үҙҙәре әйтеүенсә, бында Шәғәле Шаһмандың вариҫтары йәшәй. Мәктәп менән танышып йөрөгәндә бында ҡуйылған бик бай тармаҡлы, бик боронғо шәжәрәләргә иғтибар иттем. Ун алты-ун ете быуынға еткәндәре бар, байтаҡтары Шәғәле Шаһман олаталарына барып тоташа. Ырыу сылбырын ошондай тәрән тарих ҡатламдарынан барлай алғандарға мин һәр ваҡыт оло ихтирам менән ҡарайым. Үҙемдең ете быуынымды хәтеремдә йөрөтә алыуым, ейәндәремә ялғанып, шәжәрәмдең инде унынсы быуынға етеүе минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Ә бына күңелендә ун ете быуын атай-олатайҙарҙың исем-шәрифтәрен хөрмәтләп һаҡлаған кешеләргә нисек һоҡланмайһың!» -тип яҙҙы ул (14, «Башҡортостан», 2003 йыл, 28-се һан). Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләү сиктәрендә матбуғат баҫмаларында беҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәсьәләгә туранан-тура йә ситләтеп ҡағылышлы байтаҡ мәҡәләләр донъя күрҙе. Шуларҙан бигерәк тә йәш журналист Рә-милә Мусинаның «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Байрамға әҙерлек баш ҡала менән генә сикләнмәһен ине йәки данлы Шәғәле Шаһман бей ерләнгән ауыл ниндәй хәлдә?» тигән мәҡәләһе көнүҙәк мәсьәлә - Тамъян ырыуы башлығы ерләнгән ауылдың социаль-иҡтисади хәл-торошон күтәреүе менән әһәмиәтле (15, 2006 йыл, 4-се һан). Яҙыусы Сабир Шәриповтың «Ағиҙел» журналында донъя күргән «Аҡ шоңҡарҙай ир инең...» тигән мәҡәләһе, үҙе әйтмешләй, «халыҡ хәтеренә һәм матбуғат һүҙенә таянып» Шәғәле Шаһман уҙамандың булмышын һәм уның нәҫеленең тарихын өйрәнеүгә ыңғай булышлыҡ итерлек яңы мәғлүмәттәргә бай булыуы менән иғтибарҙы тарта. Автор унда юғарыла һүҙ алып барылған 16 фольклорсы-ғалим М. М. Сәғитовтың «Шағәле Шаҡман илендә» тигән мәҡәләһе менән бер рәттән, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, өлкән журналист, атаҡлы нәшер-мөхәррир Ғәли Ишбулатовтың (1926-1986) «Шағәле Шаҡман тоҡомдары» тигән мәҡәләһен дә килтерә (16, 138-152). Яҙыусыларҙан Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Ил ағаларының аҡ батшаға сәфәре» («Башҡортостан ҡыҙы» журналы*- 2006 йыл, 6-сы һан, 6-7-се биттәр; 7-се һан, 6-7-се биттәр), Әнисә Янбаеваның «По следам великого тархана» («Республика Башкортостан», 2006 йыл, 151-се һан) тигән мәҡәләләрендә Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр менән таныша алабыҙ. Ҡайһы бер һәүәҫкәр тарихсылар, журналистар тарафынан был данлыҡлы нәҫелдең тарихын өйрәнеүҙә яңылышлыҡтарға ла юл ҡуйылды. Бигерәк тә, матбуғат биттәрендә Баһауетдин Фәхретдин улы Зәйнетдиновтың «Йүрүҙән һәм Әй буйҙары - батырҙар төйәге» («Башҡортостан» гәзите, 1996 йыл, 151-152, 156-158-се һандар), «Салауат Юлаев - Шәғәле Шаһмандың ун икенсе быуыны» («Йәшлек» гәзите, 2004 й., 72-се һан) тигән мәҡәләләре ҡыҙыу бәхәстәр уятты. Б. Зәйнетдинов версияһы буйынса башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев Шәғәле Шаһмандың ун икенсе быуыны булып сыға. Ул быны тарихи документтарҙан бигерәк риүәйәттәргә таянып нигеҙләргә тырыша. «Аҡай батыр Күсемов төньяҡ һәм көньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш башҡорттарын берләштереү өсөн ғүмер буйына көрәшә. Уларҙы берләштереп, ул башҡорттарҙы кблоi шзаторҙарға ҡаршы ҡеүәтле көскә әүерелдерергә тырышҡан. Бына ҡайҙа уның бөйөклөгө! Бына ошо бөйөк шәхес хаҡында мин 'Тарихта билдәле булмаған материалдарҙы таптым. Шулай әйтергә мөмкин: башҡорттар Салауат Юлаевтың әсәһе буйынса олатаһы кем икәнлеген белмәйҙәр 'булып сы га. Шуны әйтергә теләйем: был мәғлүмәттәр архив материалдарынан 17 алынмаған, ә халыҡ хәтерендә һаҡланған» (17, 151-се һан). Б. Зәйнетдиновтың был версияһын яҡташтары С. Мәрйенголова менән Р. Вахитов кире ҡағып сыҡты. «Беҙ Б. Зәйнетдиновты яҡшы беләбеҙ, ихтирамға лайыҡ кеше, райондың патриоты, шиғырҙарын, йырҙарын ишеткәнебеҙ бар. Ләкин ул тарихсы ғалимдарҙың китаптарын, әҫәрҙәрен уҡымайынса, архив материалдарын уҡымайынса тороп, ауылдаштар араһында яңылыш фекер тарата, үҙе лә хаталана», - тип яҙа С. Мәрйенғоло-ва «Тарихи дөрөҫлөккә нигеҙләнәйек» тигән мәҡәләһендә. Автор артабан шундай һығымта яһай: «Түләкәй, Күсем, Аҡай Күсемовтар - Нуғай даруғаһы феодалдары -Ҡаҙан даруғаһындағы ерҙәре өсөн көрәшкән, улар беҙҙең Себер юлыныҡы (тимәк. Мәсетле районыныҡы) түгел» (18, 217-се һан). 'Радик Вахитовтың «Иләк йондоҙ ни әйтер?» («Ағиҙел» журналы, 2000 й., 6-сы һаң 110-122-се биттәр) исемле мәҡәләһеңцәге түбәндәге фекерҙәре лә С. Мәрйенголованы-ҡына ауаздаш: «Үкенескә ҡаршы, ун һигеҙенсе быуатта баш күтәргән башҡорттар араһында тарҡау отрядтарҙы берләштерерлек көскә эйә булған бындай шәхес табылмаған. Башҡорттарҙың ул ваҡыттағы милли-азатлыҡ көрәшендә еңелеүҙәренең төп сәбәбе шуға ҡайтып ҡалалыр. Аҡай Күсемов та дөйөм юлбашсы ролен үтәй алмаған. Тарихи документтарға ҡараһаң, уның яу юлын күрһәтеүе ҡыйын түгел. Ул етәкселек иткән отрядтар Башҡортостандың бәләкәй генә бер өлөшөндә хәрәкәт иткән. Мәҫәлән, Аҡай Күсемовтъщ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы Әй һәм Йүрүҙән буйҙарында, шулай уҡ тотош алғанда, Себер даруғаһындағы хәрәкәттәре бер генә тапҡыр ҙа билдәләп кителмәгән. Эйе, баш күтәргән башҡорттарҙың билдәле юлбашсыларының береһе булған ул. Бары тик шул ғына. Б. Зәйнетдиновтың фаразы бөтөнләй буш һүҙ. Шул уҡ ваҡытта, Аҡай Кү-семовты Әй буйында йәшәгән, ошо ерҙә тыуған, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Халыҡ хәтеренә таяныуы яғына кил- 18 гәндә инде, Б. Зәйнетдиновҡа түбәндәгеләрҙе әйтергә мөмкин. Беренсенән, халыҡ риүәйәттәре конкрет кешеләр тарафынан тапшырыла һәм, риүәйәткә нигеҙләнеү менән бергә, мәғлүмәт биреүсенең исемен күрһәтеү мотлаҡ. Юғиһә, төрлө уйҙырмалар булыуы ихтимал. Б. Зәй-нетдинов ошо ваҡиғаларҙы хәбәр иткән ҡатын үҙенең исемен атамауҙы һораған, тип яҙа. Риүәйәтте иғлан иткәндә автор дөрөҫлөк яуаплылығын мәғлүмәт сығанағына ла япһарырға тейеш. Юғиһә, күрһәтелгән факттарҙың ысынлығы өсөн автор яуаплы булып ҡала. Б. Зәйнетдиновҡа саҡлым был турала яҙған журналистар Йәүһәриә Ҡазыеваға һылтанды. Ләкин ул, ҡабатлап әйтәм, беҙҙең әңгәмәбеҙҙә асыҡланыуынса, бер ҡасан да, бер кемгә лә Аҡай Күсемовтың был яҡтарҙа йәшәгәнлеген һөйләмәгән, ул турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Ул «Аҡа ишан» тип һөйләне, ләкин уның фамилияһы билдәле түгел икәнлеген әйтте. Икенсенән, һәр төрлө риүәйәттәрҙе бүтән мәғлүмәттәр, архив материалдары, халыҡ йырҙары, эпос, географик атамалар һәм башҡалар менән сағыштырып ҡарау кәрәк. Бары тик шул сағында ғына риүәйәт ғәмәлгә аша һәм тейешле һөҙөмтәне бирә. • Б. Зәйнетдинов Аҡайҙың унда йәшеренеп йәшәгәнлеген генә әйтә, уның төрмәнән сыҡҡандан аҙаҡ нимә менән шөғөлләнгәнлеге тураһында бер ниндәй мәғлүмәттең дә булыуы мөмкин түгел, тип яҙа. , Әйтеүе еңел, ләкин ғәмәлдә улай булмай. Йәшерен, серле эштәр барыбер иртәме-һуңмы асыҡлана. Болала ҡатнашып ҡулға алынған кешеләрҙең һөйләгәндәре, ка-рателдәрҙең рапорттары, шулай уҡ һәр төрлө һалым йыйыусыларҙан алынған мәғлүмәттәр буштан-буш ятып ҡалмай бит. Хатта ер һатыуға бәйле боронғо хәбәрҙәр, баш күтәргән башҡорттарҙың һәм уларҙың юлбашсыларының хәрәкәттәренә бәйле һүҙҙәр билдәле. Б. Зәйнетдинов «Башҡорт АССР-ы тарихы материалдары» тигән биш томлыҡты аҙ-маҙ булһа ла ҡарап сығырға тейеш ине бит. Унда Аҡай Күсемовтың исеме йыш осрай. Башҡорт яуҙары буйынса булған әҙәбиәтте уҡырға, тарихсылар менән һөйләшергә, йәғни шул ихтилалдарҙы өйрәнгән кешеләрҙән белешергә кәрәк ине. Ул сағында: «Бына мин тарихта билдәле булмаған ошо бөйөк шәхескә бәйле материалдар таптым», - тип яҙа алмаҫ ине. һүҙ ҙә юҡ, Б. Зәйнетдинов мәҡәләһендә ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр ҙә бар. Аҡай батырҙы Аҡа ишан тип атағандар был яҡта. Уныһын дөрөҫ билдәләгән ул. Мин иҫәпһеҙ күп архив материалдарын ҡарап сыҡтым. Аҡай Күсемовтың яҙмышын асыҡлау өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәткәнем хаҡ. Ләкин ул материалдарҙа Аҡай Күсемов бер генә тапҡыр ҙа Аҡа мулла йәки ишан итеп телгә алынмай. Уның дини эшмәкәрлеге хаҡында ла бер ни ҙә тапмаҫһың. Киреһенсә, Аҡа Камаҡаев документтарҙа йыш ҡына Аҡа мулла тип аталыуы, уның улы Ҡарағужаның Акаев тип түгел, ә Аҡаҡов фамилияһын йөрөткәнлеге билдәле. Б. Зәйнетдинов, Юлай аҡһаҡал Салауаттың әсәһенә 1750 йылда өйләнгән, тип яҙа, дүрт йыл буйына уларҙың балаһы булмаған, шунан Салауат тыуған, ти. Салауаттың 1754 йылда тыуғанлығын хәҙер ҡағиҙә итеп алғандар икән, артабан икенсе яғын да ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә ул элегерәк тыуған булһа? Хәҙергә ул һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырып торайыҡ. Был мәсьәләгә артабан әйләнеп килермен. Хәтерҙә бары тик шуныһын ғына Һаҡлайыҡ: халыҡ риүәйәттәрендә атаһы Салауаттың әсәһенә 1750 йылда әйләнгәнлеге әйтелгән. Салауаттың әсәһе өс йыл буйына бала тапмаған икән. Әгәр ҙә шулай булмаһа, тәүге балаларының 1751 йылдан да һуңламай тыуғанлы ғы хаҡ булырға тейеш. Миңә Б. Зәйнетдиновтың үҙенең тыуған төйәгенә ҡарата патриотизм хистәре аңлашыла. Өҫтәүенә, мин үҙем дә шул тирәнән бит. Йүрүҙән буйында тыуғанмын. XVIII быуатта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында башҡорт ихтилалдарының иң ҡыҙыу усағы булған. Бик күп батырҙар һәләк булған был яуҙарҙа. Тап бына беҙ- 20 ҙең яҡта, Әй буйында, йыйылған ҡоролтайҙың башҡорт ханы Караһаҡалды юлбашсы тип иғлан итеүе осраҡлы түгел. Был йәһәттән шулай уҡ Төлкөсура, Аллазыянғол, Бәпәнә, Аҡа, Юлай, Салауат һәм башҡалар дан ҡаҙанған. Уларҙың бик күптәрен халҡыбыҙға кире ҡайтарыу тора әле алда. Улар бит бөтөнләй онотолған. Дөрөҫөрәге, коммунизм идеологтары уларҙы юҡҡа сығарып, милләтсе ярлығы таҡҡандарын да онотмайыҡ. Ләкин Аҡай Күсемовтың Әй һәм Йүрүҙән йылғаларына ҡағылышы юҡ. Әйҙә, ул үҙенең яҡташтары - Тамъян башҡорттары араһында ҡалһын. Ул бит - уларҙың ғорурлығы, уларҙың ҡаһарманы. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында монголдар ябырылған мәлдән үк бик күп башҡорт ҡәбиләләренең төркөмдәре таралып ултырған. Тамъян ҡәбиләһе лә төньяҡ-көнсығышта булған. Тарихи эҙҙәре ярылып ята. Мәсәғүттәр ырыуынан барлыҡҡа килгән Мәсәғүт ауылын ғына алайыҡ. Ләкин был Б. Зәйнетдиновҡа Тамъян башҡорттары Аҡай Күсемов һәм уның олаталары Күсем, Түләкәй һәм башҡаларҙың Әй һәм Йүрүҙән ярҙарыңда тыуып үҫкәнлеген раҫларға нигеҙ бирмәй» (19, 114-115). Тарих фәндәре докторы Әнүәр Закир улы Әсфәндиә-ров та Баһауетдин Зәйнетдиновтың был «фәнни асышын» кире ҡағып сыҡты. «Газетные публикации отдельных авторов вводят в заблуждение читателей. В частности Б. Зайнетдинов, не считаясь с источниками, Акая Кусемова, Кусыма Тулекеева и деда Тулекея, видных предводителей и участников башкирских восстаний конца XVII - первой 'трети XVIII в. из Тамъянской (Старо-Тамъянской) волости Казанской дороги (район их вотчины около Нагайбацкой крепости, левобережье Ика, озеро Акаево и др.) абсолютно необоснованно привязывает к Кущинской волости Сибирской дороги. Как будто Кущинский Акай - это тамъянский Акай. Теперь на ложные предположения того автора ссылаются другие, приняв их за достоверные. Вот так делается у нас история отдельными авторами», - тип яҙҙы ул(20, 249). 21 Советтар Союзы дәүерендәге ҡайһы бер башҡорт яҙыусыларының ижадында Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡарата ғәҙел булмаған ҡараш сағылыш тапты. Был бигерәк тә Баязит Бикбайҙың «Аҡселән ташҡанда» романында асыҡ күренде. Әҫәрҙә Ҡайынлы ауылында, йәнәһе, колхоз төҙөлгәнгә тиклем биш: Шаҡман, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Ҡыръян, Бүре аралары үҙ-ара ыҙғышып йәшәй була. Шуларҙан ауылдың иң ишле, берҙәм араһы итеп автор үҙенең ырыуын - ҡыпсаҡтарҙы алға ҡуя. Улар үҙҙәрен генә аҫаба иҫәпләй. Ҡунаҡсыл, киң күңелле, шаян булыуҙары менән дә башҡа араларҙан айырылып торалар, йәнәһе. Ә Шаҡман араһы йәғни тамъяндар кешегә юл ҡуй-маусан, һәр ваҡыт эләгешеп барыусан һәм һаранлыҡтары менән дандары сыҡҡан бер ара итеп бирелә романда. Ҡыръяндар - сая һунарсы, төрлө шау-шыуҙан ирмәк таба торған халыҡ. Улар шаҡман менән ҡыпсаҡтарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡотортоп ирмәк таба. Әйтәйек, ауылдың Муйыллы йылғаһына күпер һалғанда, Илсеғол тигән ҡыпсаҡтың шаярыуынан шаҡмандар менән ҡыпсаҡтар араһында һуғыш сыға. Халыҡ иртәгәһен, бәйге урынына, ике мәйет ерләй. «Аҡселән ташҡанда» романының конфликтын барлыҡҡа килтереүҙә төп фигураларҙың береһе булараҡ Гәрәй Шаҡманов образы сығыш яһай. Яҙыусы уға шундай зәһәр портрет-характеристика бирә: «Гәрәй Шаҡманов шаҡман араһының иң һуңғы олпатлы байҙарының береһе инде. Емерек ҡашлы, йыртҡыстарса хәйләкәр, төпкә баткан күҙле, һәр ҡаты киҫәкте сәйнәп йоторға һәләтле ныҡ яңаҡ һөйәкле, урта йәштәрҙәге был кеше донъяны бик белеп көтә, заманға оҫта ҡулайлаша ала. Шаҡмандар, ғөмүмән, аралары менән хәлле халыҡ. Ә Гәрәй уларҙың барыһынан да айырылып тора» (21, 162). Автор был образды кире яҡтан һүрәтләү өсөн ҡара буяуҙарҙы бер ҙә йәлләмәй. Баҡты иһәң, йәнәһе, «Ҡайынлы ауылын дер һелкетеп тоткан» Гәрәйҙең шәжәрәһе лә ғибрәтле икән. Ул урыҫ батшаһына баш һа- 22 лырға барған Шәғәле Шаһманға барып тоташа. Гәрәйҙең «олатаһы Язар ҡарт Ҡайынлының серегән байы булған. Хатта ул үҙ малдарының иҫәбен дә белмәгән», ә уның улы Мисбах Гәрәйенә бөлгән донъя ҡалдырған. Әммә Гәрәй Ырымбурҙа атаһының дуҫы миллионер Әх-мәровта эшкә өйрәнеп ҡайта ла «атаһының емерелеп бөткән донъяһын үҙенең ҡаты ҡулына ала» һәм «яңы үҙәнгә йүнәлтә». Ә бына Гәрәйҙең улы Барый әҫәрҙә торғаны бер һантый итеп күҙ алдына баҫтырыла. Ҡыҫҡаһы, яҙыусы, совет идеологияһына яраҡлашырға тырышып, Шәғәле Шаһман нәҫеленең тик кире яҡтарын ғына күрһәтә. Әгәр ул бөгөнгәсә йәшәһә, был донъяла ниҙәр барғанын үҙ күҙҙәре менән күрһә, нимә әйтер ине икән? Гәрәй Шаҡмановтың характер сифаттарына хәҙерге ир-егеттәребеҙ эйә булһа, баҙар шарттарында һис тә эҫтәрен тишмәҫ ине. Тап бына ундағы кеүек уңғанлыҡ, йылғырлыҡ, хәйләкәрлек, ауырлыҡтар алдында баш эймәү, үҙен хужа итеп тота белеү етешмәй шул егеттәребеҙгә. Яҙыусыны заманындағы шундай ҡараштары өсөн беҙ ғәйепләргә йыйынмайбыҙ, сөнки был - уның ғәйебе түгел, ә бәләһе. Шул уҡ коммунистик идеология шауҡымы ғалим һәм яҙыусы Кирәй Мәргәндең «Бөркөт ҡанаты» исемле тарихи романында ла сағылыш тапмай ҡалмаған: Шәғәле Шаһман мең бәлә менән әсирлектән ҡотолоп, кәнизәк ҡыҙын алып ҡайтып, шуға әйләнә. Йомғаҡлап әйткәндә, историография фәнендә, фольклорҙа, матбуғат баҫмаларында Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡағылышлы яңынан-яңы мәғлүмәт-факттар, тарихи документтар табылып тора. Тимәк, тарихсыларыбыҙға, тыуған яҡты өйрәнеүселәребеҙгә, журналистарыбыҙға һәм яҙыусыларыбыҙға киләсәктә уларҙы ла ғилми әйләнешкә индереп, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, уҡымлыраҡ фәнни, фәнни-популяр хеҙмәттәр яҙыу, художестволы әҫәрҙәре ижад итеү мөмкинлеге тыуа. 23 2. ТАМЪЯН ҠӘБИЛӘҺЕ - Тыуған ерең ни? - Башҡортостан. - Милләтең кем? - Башҡорт. - Телең ниндәй? - Башҡорт теле. - Ырыуың ниндәй? - Тамъян. - Кошоң ниндәй? - Карға. - Ағасың ниндәй? - Тирәк. - Тамғаң ниндәй? - Ырғаҡ. - Ораның ниндәй? - Тутьш. Тамъян ҡәбиләһе - башҡорт халҡының ҡәбилә-ырыу структураһында әһәмиәтле урын биләгән, уның милләт булып формалашыуына ҡиммәтле өлөш индергән боронғо, ифрат бай тарихлы, үҙенсәлекле ҡәбиләләрҙең береһе. Тамъяндар бөгөн, башлыса, Башҡортостан Республикаһында, дөрөҫөрәге, уның көньяҡ-көнсығышында: Ағиҙел йылғаһы үрендә һәм Урал аръяғында (Бөрйән, Әбйәлил, Белорет райондары); көньяҡ-көнбайышта (Миәкә, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран райондары); көньяҡта (Мәләүез, Көйөргәҙе райондары), шулай уҡ Ырымбур әлкәһендә йәшәй. Тамъяндар - Алтай-Саян тауҙарында йәшәп, аҙаҡ төркиләшкән боронғо монгол ҡәбиләләренең береһе. Бөйөк башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди Туған: «Тамъян» һүҙе «тама»нан килә...», - тип иҫәпләй (22, 97). Монгол телендә «тама» һүҙе «һарат тигәнде андата. 24 Профессор Р. 3. Янғужин: «Тамъян ырыуының боронғо монголдарҙан сығыуын әле лә көньяҡ-көнсығыш Башҡортостан тамъяндары араһында тума формаһының йәшәүе лә раҫлай», - тип яҙа (23, 59). Йылъяҙмасы Рәшитдин тума ҡәбиләһенең Енисей йылғаһының үр яғында, ҡайҙалыр «ҡырғыҙ иле биләмәләрендә» урынлашыуы хаҡында яҙа. Ысынлап та, хәҙерге ҡырғыҙ этносының төп формалашҡан ере - Енисей, Иртыш буйҙары. Шулай булғас, Рәшитдин яҙмалары шик тыуҙырмай. Башҡорт ҡәбилә-ырыу составындағы Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары шәжәрәһендәге тәүге быуындар менән Миәкә районы Ҡолтай-Ҡаран ауылында йәшәгән Әсфәндиәр Янышевтан яҙып алынған Шәғәле Шаһман нәҫеленә ҡағылышлы шәжәрәләге тәүге быуындарҙың бер-береһенә оҡшашлығы, яҡынлығы быны иҫбатлай кеүек. Уларҙың тәүгеһе һул, икенсеһе уң бағанала бирелә: Төрки халыҡтарҙың тарихын яҡшы белгән Н. Арис-товтың иҫәпләүенсә, тамъян башҡорттары этник яҡтан ҡаҙаҡтарҙың тама ырыуына яҡын тора. Башҡорттарҙа тамъян иҫәпләнһә, ҡаҙаҡтарҙа - тама. Был ҡәбилә вәкилдәре бер башҡорт, ҡаҙаҡ этностарын ғына түгел, ә башҡа төрки халыҡтарын да формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Мәҫәлән,' үзбәктәрҙә, ҡарағалпаҡтарҙа шулай уҡ тама, ҡырғыҙҙарҙа - ҡара тума, аҡ тума, алтайҙарҙа ҡара тумма ырыуҙарының барлығы быға асыҡ дәлил. Тамъян этнонимының икенсе яртыһына - «ъян»ға килгәндә, был йәһәттән башҡорт ғалимдары араһында иғтибарҙы йәлеп итерлек фекер-фараздар бар. Мәҫәлән, тарих фәндәре докторы Әлим Барый улы Зарипов: «Те-леләр араһында «янь-мянь» (ҡытайса шулай яҙылған) Ҡандар бей Әхмәт бей Мөхәммәт Йанба Киндар бей Нахмәт бей Басман хан Айҡын бей Айҙаралы бей Кушыҡ 25 исемле ҡәбилә лә була. Уның Балхаш күленән көнсығышта көн иткәнлеге билдәле. Ошо урында: «Ҡытай йылъяҙмалары башҡорт ырыуы «тамъянды» иҫкә алманы микән?» - тигән һорау тыуа», - тип яҙа «Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт» тигән китабында (24, 22). Р. Б. Әхмәров иһә «Башҡортостан тарихында «Янъ-Ян» легендаһы» тигән мәҡәләһендә был мәсьәләгә ентеклерәк туҡтала: «Илебеҙҙең мәшһүр ғалимы О. П. Толстов үҙенең «Хорезм» тигән хеҙмәтендә, боронғо Ҡытай яҙмаларынан сығып, беҙҙең эраның баштарында Көньяҡ Урал урмандарында «Янъ-Ян» исемле ҡәбиләләрҙең йәшәүен раҫлай. Улар аландар һәм Урта Азия халыҡтары менән яҡын бәйләнештә булған һәм йәнлек тиреләре менән яһаҡ түләгән. Шул уҡ фекерҙе күренекле тел ғалимы С. Г. Кляшторный үҙенең боронғо төрки яҙмаларына арналған әҫәрҙәрендә ҡабатлап китә. Әлбиттә, Көньяҡ Урал урмандарында йәшәгән «Янъ-Ян» ырыуҙарының кем булыуы тураһында һорау килеп тыуа. Был һорауға күренекле башҡорт ғалимы Ж. Кейекбаев тейешле яуап һәм аңлатма биргәйне инде. Уның фекеренсә, Баръян, Тамъян ырыуҙары бер-береһенә күрше булып, хәҙерге Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында йәшәгән. Улар, О. П. Толстов әйткәнсә, беҙҙең эраның баштарында Көньяҡ Уралда йәшәүсе Кангюй (Хорезм) дәүләтенә йәнлек тиреләре менән яһаҡ түләүсе «Янъ-Ян» ырыуҙары булырға тейеш» (25, 3). Ә башҡа ҡайһы бер тарихи сығанаҡтар буйынса беҙҙең эраға тиклем I һәм II меңйыллыҡтарҙа йәғни төрки ҡағанаттары дәүерендә тамъяндарҙың атай-олатайҙары, башҡа күсмә халыҡтар менән бергә, тәүҙә Урта Азияға, Етеһыу буйына, һуңынан Ҡара диңгеҙҙең төньяғына эләгә, IX быуатта - Волганан көнбайышҡа, унан Урал яғына, Дим һәм Ыҡ йылғалары буйына күсенәләр. Аҙаҡ көньяҡтағы Ағиҙел - Нөгөш бассейнын һәм Урал аръяғын биләп, шунда ныҡлы төпләнәләр. 26 Урта быуаттарҙа тамъяндар иң көслө ҡәбиләләрҙең береһе иҫәпләнә. Көнгөр бургомистры Юхневтың мәғлүмәттәре буйынса, улар яҡынса 21 мең кешегә еткән. «Яу тиһәң, тамъяндан һора, дау (йәғни низағ, ғауға) тиһәң, һарайлынан һора», - тигән боронғо тапҡыр һүҙҙәр ҙә шул ваҡыттарҙан ҡалған. «XVII-XVIII быуаттарҙа тамъяндар көньяҡҡа һәм төньяҡҡа бүленеп йәшәгән, - тип яҙа профессор Рим Янғужин. - Көньяҡта улар Ағиҙелдең урта ағымында һәм Нөгөш тамағында төпләнһә, төньяҡта Ағиҙелдең үрге ағымында һәм Урал аръяғында көн күргән. XVI -XVII быуаттарҙа уларҙың ерҙәре ярайһы уҡ киң булған. Ошо хаҡта Тамъян волосының хатта Ыҡ буйыңда булыуы һөйләй. Тамъяндарҙың мәләт, ҡуян, мәсәғүт ырыуҙарына бүленеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Уларҙың төп тамғалары булып даға, сыбыҡ, һәм ирәк иҫәпләнгән. Ирәк - мөйөш билдәһенә оҡшаған тамға. Даға тамғаһы тамъяндарға ғына хас, бик боронғоларҙан иҫәпләнә. Сыбыҡ иһә ҡара-ҡыпсаҡтарҙыҡына оҡшаған һәм "ҡанды ырыуыныҡына яҡын. Ирәк тамғаһы бөрйәндәрҙеке һымаҡ» (23,< 57). Башҡорт ерҙәре борон ҡәбиләләрҙең биләмәләренән сығып олоҫтарға бүленгән. Тамъяндарҙы ике Тамъян олоҫона бүлеп йөрөткәндәр. Беренсеһе - Верхнеурал әйәҙенә, икенсеһе Стәрле әйәҙенә ҡараған. XIX быуат урталарында һуңғыһы Арыҫлан олоҫо исемен алған. Ә Верхнеурал өйәҙендәгеһе Тамъян-Түңгәүер олоҫо тип йөрөтөлә башлаған. «Тарихи документтарҙан күренеүенсә, тамъяндар барыһы ла тиерлек Көньяҡ Уралда, Урал һыртының көнсығышында ла, көнбайышында ла, ҡа-лын-ҡалын урмандар, текә дауҙар араһында ла, ҡола яланда ла, Ағиҙел, Нөгөш, Мәләүез, Ҡурғашлы, Ҡотҡор, Ҡағы, Мәйгәште, Үҙән, Ҡыҙыл, Әүнәш, Яйыҡ һәм[ башҡа йылғалар буйында, Үләнде, Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Сыбаркүл, Атауҙы һәм башҡа күлдәр әйләнәһең дә йәшәгән» (26, 6-7). л , , 27 Шулай итеп, тарихи юлын бик боронғо осорҙан башлаған Тамъян ырыуы бөгөнгәсә иҫән-аман килеп еткән һәм башҡорт этносы составында йәшәүен дауам итә. 3. БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ҮҘ ИРКЕ МЕНӘН РӘСӘЙГӘ ҠУШЫЛЫУЫ РУС ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛЫУ СӘБӘПТӘРЕ ҺӘМ БАРЫШЫ XV быуат уртаһында Аятын Урҙа дәүләте тарҡала. Уның территорияһында бәләкәйерәк дәүләттәр: Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан, Себер һәм Әстрхан ханлыҡтары барлыҡҡа килә. Бөрйән, Ҡыпсаҡ һәм Тамъян ҡәбиләһе башҡорттары Нуғай ханлығы эсенә инә. Был дәүләткә, башлыса, XV быуат баштарында нуғайлы Иҙеүкәй батыр (Идеге) нигеҙ һала. Ул - Сыңғыҙ хан ғәскәре менән Монголиянан күсеп килгән манғыт ырыуынан. Был тарихи шәхес хаҡында тулы биографик мәғлүмәттәр һаҡланмаған, һаҡланғандары ла йә үтә ҡаршылыҡлы, йә легендар характерҙа. Хәрби эшмәкәр булараҡ та ул - үтә ҡаршылыҡлы шәхес. Башта Туҡтамыш хан менән килешеп, уға хеҙмәт итә. 1380 йылдарҙа иһә Аҡһаҡ Тимергә ҡасып, 1391 йыл башында уның менән бергә Туҡтамышҡа ҡаршы яуға күтәрелә, һәр ике яҡтан икешәр йөҙ мең самаһы ғәскәр хәҙерге һамар ҡалаһынан үрҙәрәк Волгаға етмәҫ борон төньяҡ-көнсығыштан Сок йылғаһына килеп ҡушылған Ҡон-дорса буйында бәрелешә. Был ҡаты алышта Туҡтамыш ғәскәре еңелеп, хан үҙе ҡасып ҡотола. Ошо һуғыштан һуң Иҙеүкәй Аҡһаҡ Тимергә буйһонорға, кәрәк саҡта уға ярҙамға ашығырға һүҙ биреп, уның ярлығы менән үҙ төбәгендә (манғыт 28 ырыуы йәшәгән Яйыҡ буйында) тороп ҡалһа ла, Урта Азия әмиренә лә әллә ни тоғролоҡ күрһәтмәй. Шулай уҡ Аҡһаҡ Тимер ярҙамында Туҡтамыш тәхетенә менеп ултырған Тимер Ҡотлоҡ ханды уға буйһонмаҫҡа этәрә. Үҙе иһә уларҙың ғәскәр башлығы ғына түгел, ә ғәмәлдә ил өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе баш бей (йәки баш әмир, «бәктәр бәге») дәрәжәһенәсә күтәрелә, Яйыҡ буйында манғыттарҙың үҙ аллы урҙаһын төҙөй. XIV быуат ахырыңда Ворскла йылғаһы буйында Тимер Ҡотлоҡ менән уның, «бәктәр бәге» Иҙеүкәйҙең, Литва кенәзе Битов ғәскәрен тар-мар итеп, Киевҡа барып етеүҙәре, 1408 йыл Булат солтан заманында баш әмирҙең Мәскәү кенәзлегенә яу менән барып, байтаҡ ҡалаларҙы яндырып, талап ҡайтыуы тарихта шулай уҡ киң билдәле. Тап бына ошо факттар арҡаһында Иҙеүкәй рус йылъяҙмаларында Алтын Урҙаның иң яуыз хакимдәренең береһе булып һүрәтләнә лә инде. Башҡа тарихи сығанаҡтарҙа уның үҙ һүҙендә тормаған мәкерле кеше булыуы әйтелә. Иҙеүкәй 1419 йылда Туҡтамыш хандың улы Ҡадир-бирҙе тарафынан үлтерелә. Иҙеүкәй төҙөгән урҙа XV быуаттың икенсе яртыһында «Нуғай урҙаһы» тип йөрөтөлә башлай. Шулай итеп, Иҙеүкәй Туҡтамыш ханға ҡаршы сығып, Алтын Урҙаны эстән тарҡатыуҙа билдәле роль уйнай һәм аҙаҡ сиктә үҙ ырыуына сәйәси үҙаллылыҡ яулай. Кемдәр һуң ул нуғайҙар? Нуғайҙар, икенсе төрлө әйткәндә, манғыттар - монголдар менән килгән, төрки телдәренең береһендә һөйләшкән бик көслө ҡәбилә. Нуғайҙар (манғыттар) башҡорт иленә, башҡорт еренә ауыл-ауыл булып күсенеп килеп ултыра. Был ултыраҡ нуғай ырыуҙары башҡорт ҡәбиләләрен иҙеүҙә Нуғай мырҙаларының төп таянысы була. Нуғай Урҙаһы Волганан алып Тубыл (Тобол) йылғаһынаса, ҙур территорияла йәйелеп, уның сос- 29 тавында, башҡорт, нуғайҙарҙан тыш, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ырыуҙары ла ҙур өлөш алып тора. Иҙеүкәйҙән һуң Нуғай Урҙаһы тәхетенә улы Нуретдин хан ултыра, һәм артабан был йоланы уның вариҫтары дауам итә. Нуретдин ханды башҡорттар күберәген Мораҙым исеме менән белә. Тыуған йылы билдәле түгел. 1426 йылдан башлап, йәғни Алтын Урҙа тамам емерелгәс, Нуғай Урҙаһына әмир булып ултыра. Хакимлыҡ өсөн көрәштә ҡон йолаһы буйынса 1440 йылда үлтерелә. Уның ейәне Муса шулай уҡ күренекле түрә була. Ул Ирәмәл, Яйыҡ башы тирәһендә, ҡарурманлы, таулы төбәктә йәйләп йөрөй. Шул хаҡта уның улы Шых Мамай тарафынан әйтелгән ҡобайыр юлдары ла һаҡланған халыҡта: Иҙел башы Ирәмәл тау -Минең атам Мусаның Иле ҡунған ере ине; Яйыҡ башы ҡара урман -Минең атам Мусаның Йәй йәйләгән ере ине; Ҡыҙыл, Ойсоҡ, Биштамаҡ -Минең атам Мусаның Ҡыш ҡышлаған ере ине. Табаны аҫты тарлан буҙ -Минең атам Муса хан Менеп йөрөр ат ине. Даусы менән даулашыр, Даулашыр ҙа яу асыр -Минең атам Муса хан Шундай дана зат ине. Иле илегеп ҡараған ер, Ҡышын ҡышлап торған ер, Йәйҙәрен йәйләгән ер... Бары ла ҡалған ата-бабанан, Бары ла ҡала хәҙер Мамайҙан (27, 182). 30 Бөйөк башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди Туған «Башҡорттарҙың тарихы» китабында шулай тип яҙҙы: «Ҡышты Яйыҡтың ҡойған урынында, йәйҙе Яйыҡ һәм Аҡ Иҙелдең юғары тарафтарында йәшәү йолаһын тоткан нуғай мырҙалары башҡорттарҙың «Дүртыол башҡорттары» тип аталған үҙәгендә хөкөмдарлыҡ иткән... XVII быуаттың башына ҡәҙәр нуғай мырҙаларының исеме иҫкә алынған Муса мырҙаның улдары Сайдаҡ мырҙа (1540 йылға тиклем), Шихмамай (1540-1548), Йософ мырҙа (1548-1555), Исмәғил мырҙа (1555-1563), һуңынан Исмәғилдең улы Тиңәхмәт мырҙа (1563-1580), Тиңәхмәттең улы Ормәмбәт мырҙа (1580-1601) билдәлеләр» (22, 26-27). Нуғай урҙаһындағы башҡорт феодалдары үҙ аллы-лыҡҡа ынтылып, был юлда ваҡыт-ваҡыт нуғай мырҙалары менән берләшеп йә айырымланып, халыҡ массаһын үҙ ҡулдарына алырға тырыша. Һөҙөмтәлә, башҡорт хеҙмәтсән халҡы икеләтә феодаль иҙеүгә дусар ителә, хан, мырҙа, тархан, бейҙәрҙең власть, биләм өсөн тартыштарынан яфа сигә. Бигерәк тә, нуғай мырҙаһы Бурсай менән Аҡтолош туҡтауһыҙ барымта яһау-ҙары, түҙгеһеҙ йәберләүҙәре менән бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъяндарҙың тәҡәтен ҡорота. Бурсай менән Аҡтолош үҙҙәренең әшәке теләктәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн затлы нәҫелдән булған сибәр ҡыҙҙарҙы, кешеләрҙең яҡшы аттарын, мал-мөлкәтен тартып алыр булған. Башҡорттар бер нисә быуат дауамыңда шул нуғай хандары хакимлығы һҫтында ҡала. Нуғай Урҙаһында ла башҡа хакимлыҡтарҙағы кеүек тотороҡло власть булмай. Төрлө феодалдар бер-береһе менән ыҙғышып тора. Был көрәшкә башҡорттарҙы ла йәлеп итәләр. Бынан тыш Алтын Урҙа дәүләте емереклектәре өҫтөндә барлыҡҡа килгән Ҡаҙан, Себер, Әстрхан ханлыҡтары һәм дә Нуғай Урҙаһы хакимдары бөтә Башҡортостанға эйә булыу өсөн үҙ-ара һуғыштар алып бара. Был иһә башҡорттарҙың хәлен тағы ла нығыраҡ ауыр- 31 лаштыра, шуға ла улар Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан, Себер һәм Әстрхан хандары менән феодалдарының иҙеүенә ҡаршы сыға. Ләкин улар үҙҙәренең көсө менән генә сит ил баҫҡынсыларының хакимлығынан ҡотола һәм үҙ аллы дәүләт төҙөй алмай. Яҙыусы Ғәзим Шафиҡов яҙғанса: «Әлбиттә, иге-сиге булмаған далалары, урмандары, тауҙары, йылғалары йәйрәп ятҡан башҡорт еренә был ханлыҡтар, майлы ҡалъяға ынтылғандай, тамшанып йәшәгән. Бер туҡтауһыҙ теге яҡтан да, был яҡтан да башҡорт еренә һөжүм иткәндәр. Башҡорттар ғүмер-ғүмергә уларға ҡаршы һуғышҡан. Тап шундай мәлдә Рус дәүләтенә ҡушылыу идеяһы тыуған да инде» (28, 16-сы һан). Бигерәк тә, нуғай хан-мырҙалары бөрйән, үҫәргән, тамъян һәм ҡыпсаҡтар йәшәгән Көньяҡ Уралдың кейеккә бай урмандарына, йылға-күлдәренә, туғайҙарына, һутлы көтөүлекле иркен яландарына бөтөнләйгә хужа булып алырға ныҡлап ынтылған. Ә башҡорттар үҙ ерҙәрен килмешәктәргә бирмәҫ өсөн йыш даулашып та, яулашып та торған. Академик Ғайса Хөсәйенов «Илсе бейҙәр» тигән мәҡәләһендә XVI быуат башындағы Нуғай Урҙаһы менән Ҡаҙан ханлығы араһындағы сәйәси мөнәсәбәттәрҙе түбәндәгесә һүрәтләне: «...XVI быуат уртаһында нуғай хан һәм кенәздәре араһында ике көслө төркөм ойоша. Йософ кенәз тирәһенә ойошҡан төркөм Ҡаҙан ханлығы менән тығыҙ бәйләнеш тотоп, ошо тарафтар мәнфәғәттәрен яҡлай. Ҡустыһы Исмәғил кенәз тирәһенә тупланғаны күберәк Рәсәй дәүләтенә йүнәлеш тота, шул тәңгәлдә тығыҙ сауҙа, ил-ара мөнәсәбәттәр урынлаштыра. Биләгән ерҙәре Оло Иҙел буйлап Ҡаҙан ханлығы сигенә еткән Йософ кенәз хан хоҡуғында Ҡаҙан хандары менән үҙен тиң күреп һөйләшә. Өҫтәүенә, хандар менән туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Кәрәк икән, йөҙ мендек ғәскәр туплап, ҡаҙанлыларҙы яҡлап яуға инергә лә әҙер була. 32 Йософ олуғ кенәз Ҡаҙан ханы Йәнғәлигә үҙенең һөйәкле сибәр ҡыҙы Сөйөмбикәне кейәүгә биреп, хан менән баш ҡоҙалаш булып та алалар. Был йәш хан үҙенә бигүк оҡшамай башлағас, уны үлтертеп, урынына Ҡырымдан килтерелгән хан нәҫеле Сафагәрәйҙе Ҡаҙан ханы итеп ултырта. Сөйөмбикәһен уға өйләндереп, үҙ йоғонтоһон тағы нығыраҡ көсәйтеүгә ирешә. Был баш ҡоҙалыҡ Ҡырым ханлығы менән бәйләнеште лә нығыта. Ләкин Ҡаҙан ханлығының үҙендә Ҡырым яҡлылар менән Мәскәү яҡлылар араһында күпмелер йәшертен, ҡай саҡ асыҡтан-асыҡ эске көрәш бара. Шуға күрә хандары ла алышынып, алыштырылып тора. Мәскәү яҡлылар 1546 йылда көслөк менән Сафагәрәйҙе тәхеттән бәреп төшөрөп, үҙҙәренең таянысы Шаһ-ғәлиҙе хан итеп күтәргәс. Сафагәрәй хан башы ҡоҙаһы Йософ кенәз ҡанаты аҫтына ҡаса. Йософ тиҙ арала атлы ғәскәр туплай ҙа Ҡаҙан ҡалаһына яу менән ябырыла. Ҡото осҡан Шаһғәли хан тәхетен дә, ханлығын да ташлап ҡасып китә. Ҡаҙанлылар уның урынына үҙҙәренең икенсе бер хан нәҫелен ултыртырға маташып, Йо-софто Ҡаҙанға индермәҫкә тырышып ҡараһалар ҙа, ул ҡаланы ҡамап, аслыҡҡа интектереп, барыбер ҡапҡаларын астырып, Сафагәрәйҙе яңынан тәхеткә ултырта. Үҙе Ҡаҙан тирәһенән яңы биләмәләр яулап ала, татарҙарҙы нуғайҙарға яһаҡ түләргә мәжбүр итә. Оҙаҡламай, ни сәбәптәндер, Сафагәрәй хан вафат булғас, Ҡырым яҡлылар Йософ кенәз булышлығында Сафагәрәйҙең Сөйөмбикәнән тыуған улы, әле бала ғына Үтәмешгәрәйҙе хан итеп билдәләйҙәр, ә тейешле йәшенә еткәнсе ханлыҡ вазифаһын әсәһе Сөйөмбикә ханша-ға тапшыралар. Был осорҙа Ҡаҙан ханлығы, тәхете тирәһендә ваҡиғалар, интригалар ҡуйырғандан-ҡуйыра бара. Мәскәү яҡлылар менән Ҡырым яҡлыларҙың алышы Рәсәй дәүләте менән Ҡаҙан ханлығының, Нуғай Урҙаһының үҙ-ара хәтәр һуғышына әйләнеп китер сатҡылары сарпыла. Мәскәү баҫымы көсәйә. 33 Сөйөмбикә ханша менән бәлиғ булмаған улы Үтәме шгәрәй ханды Мәскәү ҡалаһына Иван батша ҡарамағына әсир тотҡон хәлендәге аманат итеп тапшырыу ҙа ҡаҙанлыларға бер ниндәй тыныслыҡ килтерә алмай» (11, 133-134). XVI быуат уртаһында Урта Волга буйында етди үҙгәрештәр була: Рус дәүләте Ҡаҙан ханлығына ҡаршы һуғыш башлай. 1552 йылдың 2 октябрендә урыҫ ғәскәрҙәре Ҡаҙанды ала. Шул саҡта Ҡаҙан ханы үҙенең ҡустыһы тарафынан хыянатсыл рәүештә үлтерелә. Уның нуғайҙарҙан килен булып төшкән Сөйөмбикә исемле ҡатыны тол ҡала. Ҡаланы яулағас, Иван ГУ Сөйөмби-кәне үҙенә ҡатынлыҡҡа алырға ниәтләй. Ә Сөйөмбикә, икенсе дин кешеһенә кейәүгә сыҡмаҫ өсөн, ваҡытты һуҙыу маҡсатында батшаға манара төҙөргә ҡуша. Манараны дүрт йыл буйы төҙөйҙәр. Иван батша Сөйөмбикә-не манара күрһәтергә алып бара. Дүртенсе ҡатҡа күтәрелгәс, Сөйөмбикә манаранан ташланып үлә. Ошо ваҡиғанан һуң татарҙарҙың ханбикә өсөн үс алыуынан ҡурҡып, батша Мәскәүгә ҡайтып китә һала. Урыҫ ғәскәрҙәре Ҡаҙанды яулап алған көндән бирле ханлыҡ йәшәүҙән туҡтай. Нуғай ханлығы ла үҙ-ара эске ыҙғыштарҙан ҡаҡшай. Рус дәүләте көсәйә һәм киңәйә башлағас, нуғайҙар хафаға төшә. Улар урыҫтарҙан мөмкин тиклем алыҫлашырға уйлай һәм үҙҙәре менән башҡорттарҙы ла алып китергә ҡыҫтай. Иң беренсе булып Башҡортостан ерен Түрә хан ҡалдырып китә. Нуғайҙарҙың ҡалған мырҙалары үҙ-ара тарткылашыуын дауам итә, улар башҡорттарҙы үҙҙәре менән бергә китергә өндәй. Башҡорттар араһында ла икеләнеүселәр табыла. Нуғай ханлығы инде билдәле дәрәжәлә Рус дәүләтенә бойондороҡло була. Шулай ҙа уның хандары менән феодалдары башҡорттар өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙән баш тартмай. Улай ғына ла түгел, Себер ханының Ҡаҙан һәм Нуғай башҡорттарына дәғүә итеүе хәлде тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштыра. 34 Ошо ауыр хәлдән сығыу өсөн, башҡорттар ниндәй ҙә булһа көслөрәк дәүләт ҡанаты аҫтына инергә һәм улар ярҙамында ҡәһәрле Нуғай, Себер хандары менән феодалдарының власынан ҡотолорға тейеш була. Башҡорттар Рус дәүләтенә күҙ терәй. Тап бына Рус дәүләтенең Ҡаҙан ханлығын ҡыйратыуы, Нуғай ханын һәм феодалдарын - башҡорттарҙы быуаттар буйына иҙеп килеүселәрҙе ҡаҡшатыуы уларҙың ошо аҙымды һайлауында ҙур әһәмиәткә эйә була. Ҡаҙанды ҡолатҡандан һуң, рус батшаһының тыныс тышҡы сәйәсәте лә ныҡ тәьҫир итә: тирә-яҡтағы халыҡтарҙы буйһондороу маҡсатында хәрби яу ойоштороу урынына был халыҡтарға үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылырға саҡырып мөрәжәғәттәр ебәрә, уларға тыныс тормош вәғәҙә итә. Ҡаҙан ханлығын яулаған саҡта Рус батшалығы башҡорттарҙың хәрби ғәйрәтенә таң ҡала. Урыҫ дәүләте илселәре башҡорттарға килеп, уларҙы батша грамотаһы менән таныштыра. Мәскәү илселәрен Башҡорт ере лә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һәм ихлас ҡабул итә, уларҙы ҙурлап ҡунаҡ итеп оҙата. Грамоталарҙа Рус дәүләтенә ирекле ҡушылған өсөн биреләсәк ташламалар ҙа күрһәтелә. Ләкин башҡорттарға яңы дәүләтте ирекле таныу еңел генә бирелмәй. Бер яҡтан, башҡорт йәмғиәте эсендәге ҡапма-ҡаршылыҡтар менән көрәш берҙәм фекергә килеүгә ҡамасаулай, икенсе яҡтан, нуғай һәм себер хакимдарына ҡаршы көсөргәнешле көрәш алып барыу ҙа ҡулды тота, ваҡытты һуҙа. Етмәһә, XVI быуаттың 50-се йылдарында тәбиғәт тә кешеләрҙе көйһөҙлөгө1 менән көйөндөрә. Шул саҡтағы бер йылъяҙмасы Нуғай Урҙаһындағы хәлдәрҙе түбәндәгесә һүрәтләй: «...ҡыштар үтә лә һыуыҡ, аяуһыҙ килде, бөтә мал-тыуар ҡырылды, йылҡы ла, башҡа мал да ҡалманы, ә йәйгә кешеләр ҙә үлде». Ьуңғы өс-дүрт йылда ҡыштарҙың үтә лә һалҡын килеп, ялан-ҡырҙарға, шулай уҡ тибенлектәргә ҡалын ҡар ятып, мал-тыуарҙың күпләп ҡырылыуы башҡорттарҙың хәлен тағы ла нығыраҡ мөшкөлләндерә. Был ауыр хәл башҡорттар 35 менән нуғайҙарҙың араһындағы мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштерә генә төшә. Өҫтәүенә, бәлә өҫтөнә бәлә тигәндәй, халыҡ араһында йоғошло сирҙәр тарала, һәм аслыҡ башлана. Рус батшаһы Иван Грозныйҙың башҡорттарға ҡарата яһаған ыңғай аҙымы хаҡындағы мәғлүмәттәр рус йылъяҙмаларында ла, башҡорт шәжәрәләрендә лә һаҡланған. Рус хөкүмәте вәкилдәре йәғни рус илселәре башҡорттарҙы үҙ теләктәре менән рус подцанныйлығын ҡабул итергә саҡырып яҙылған ярлыҡаш (грамота) менән таныштыра. Был хаҡта, мәҫәлән, Юрматы ырыуы шәжәрәһендә шулай яҙылған: «...бөтә ерҙәргә лә грамоталар менән илселәр ебәрелгәс, улар былай тип хәбәр итте: бер кем дә ҡасып китмәһен, һәр кем үҙ динеңдә ҡалһын, үҙ йолаһын һаҡлаһын» (2, 29). Көнбайыш һәм Үҙәк Башҡортостан башҡорттары менән бер рәттән, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән һәм Тамъян ырыуҙары шәжәрәләрендә лә был турала мәғлүмәттәр бар. (Был ырыуҙар Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Көйөргәҙе, Мәләүез, Әбйәлил, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла, Ырымбур әлкәһенең Төйлөгән, Һа-р ыҡта ш, Ҡыуандыҡ, Тай райондары биләмәләрендә йәшәй.) Шулай итеп, рус хөкүмәте вәкилдәре Башҡортостандың көнбайыш төбәктәрендә генә түгел, ә уның үҙәк һәм көньяҡ райондарында ла булып китә. Рус батшаһы ебәргән ярлыҡаштың эстәлеге башҡорттар араһында арыу уҡ киң билдәле була. Юғары ҡатлам вәкилдәренең генә түгел, ябай халыҡтың да Рус дәүләте составына инергә теләк белдереүе һис тә осраҡлы түгел. Башҡорт ырыуҙары Рус дәүләтенә бер үк ваҡытта дәррәү инмәй. Иң тәүҙә Ҡаҙан ханлығы бойоңдороҡло-ғоңца булған көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары 1554 йылдың ҡышыңда рус подданныйлығын ҡабул итә. 1554-1556 йылдарҙа Рус дәүләтенә ҡушылыу өсөн хәрәкәт Башҡортостандың үҙәк, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәреңдә йәшәгән ырыуҙар араһында ла 36 йәйелә (улар был ваҡытта Нуғай Урҙаһына буйһонған була). Тап ошо осорҙа был яҡтарҙа йәшәүсе башҡорт ырыуҙары бер-бер артлы үҙҙәрен Рәсәй ҡул аҫтына алыуҙы үтенеп, Ҡаҙанға, Иван IV батшаның ышаныслы кешеһенә, илселәрен ебәрә. Риүәйә,т-легендалар буйынса, ырыу-ҡәбиләләрҙең юғары ҡатлам феодалдарынан торған илселәр, үҙҙәре менән бай бүләктәр: Урал кештәре, һыуһар, төлкө тиреләре, бал һәм башҡа нәмәләр алып, юл булмағанлыҡтан алыҫ сәфәргә ҡышҡыһын саңғыларҙа сыҡҡан. «Был да башҡорттарҙың көнкүрешенең ауыр булыуына ишаралай, - тип яҙа тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәйес Ҡорбан-ғәлиев. - Тимәк, уларҙың Ҡаҙанға барып етерлек хәлле аттары булмаған тигән һығымта яһарға була» (29, 189-сы һан). Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән һәм Тамъян ҡәбиләләре илселәренең батшаның ышаныслы кешеһенә урыҫ под-данныйлығына алыуҙы һорап барыуы тураһында шул ырыуҙарҙың шәжәрәләре бик асыҡ бәйән итә. Мәҫәлән, «...башҡорт исемләнеш дүрт ырыуҙан, йәғни Үҫәргәндән Бикбау кенәз, Ҡыпсаҡтан Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәз, Бөрйәндән Иҫкебай кенәз, Тамъяндан Шәғәле Шаһман... мәшһүр дүрт ырыуҙан оло кенәз Иван Ва-сильевичҡа Ҡаҙан шәһәренә саҡырылып барып, Русиә шаһына тоғро булыуыбыҙҙы белдерҙек... һәм беҙ ырыу-нәсәптәребеҙ менән ихлас хеҙмәт ҡылмаҡ өсөн, указна-мәләр төҙөнөк...» (2, 75-76). 1556-1557 йылдарҙа башҡорт вәкилдәренең Мәскәүгә барыуы Башҡортостандың Рус дәүләте составына инеүе-нең һуңғы этабы була, шул ваҡытта улар Мәскәүҙә был актты рәсми рәүештә теркәп ҡайта. Башҡорт илселәрен Иван Грозный батша ҡабул итә һәм уларға ҡушылыу шарттары теркәлгән ярлыҡаштар (жалованный грамоталар) бирә. Был хаҡта Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһендә шулай тиелә: « Тарих туғыҙ йөҙ илле туғыҙға еткәс, (1552 й.) Сысҡан йылында, ғәкрәб йондоҙоноң, икенсе көнөндә Аҡ батша Ҡаҙан ҡалаһын алды. Булгарин ал- 37 ды. Тәуарих (яулап) алғандан һуң һәр тарафҡа хөкөм-ларин (илселәрен) йөрөттө, «һис кем ирсә нуғай халҡы кеүек йортон ташлап, ере һалып ҡасмаһын, һәр кем уҙ динен тотһон, үҙе йолаһын ҡылһын», - тип илселәр йөрөттө һәм хөкөмдарын йөрөткәндән һуң, тарих туғыҙ йөҙ алтмыш берҙә (1554 й.) Бабсаҡ уғлы Күсәкби үҙ иленән өс олуғ ағаларын альт, йәғни Бикбау һәм Ми-шәүле Караҡужаҡ һәм Шәғәле Шаһман, өс кенәздәрен алуб, беренсе юлдаштары илә баруб, Аҡ би батшаға баш һалдылар һәм ярлуҡаштар (грамоталар) алдылар, атлас кармазин тундар кейҙеләр. Ҡаҙанға батшаға мәғлүм булдылар, бу суп (ҡасып) киткән нуғай халҡының ерҙәрен алдылар» (2, 111). Шулай итеп, башҡорттарҙың күпселеге Рус дәүләте составына 1554-1557 йылдарҙа инә. «Ете ырыу» ҡобайырының легенда өлөшөндә был хәл-ваҡиғалар түбәндәгесә бәйән ителә: «Борон заманда, иген сәсмәгән, бесән сапмаған, олатайҙар малына гел сәскә утлатып, үреш, ҡышлыҡ тибен эҙләп, ырыу-ырыу эркелешеп, ер-һыу өсөн бер ырыу икенсе ырыуға көйөҫ-көйөҫ яу асып, бер-береһенең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала-саға, ҡатын-ҡыҙын талап йәшәгән саҡта, аранан аҡыллылар сығып, яусылар араһында һүҙ асҡандар: «Аҙаматтар, ырыу башҡа булһа ла, бауыр бер бит. Ошо янъяллашып яулашыуҙы туҡтатҡанда ла арыу булмаҫмы икән?» - тигәндәр, ти. Яусылар һөңгөһөн ергә сәнсеп, һөйләүсене ауыҙы менән йоторҙай булып, керпек ҡаҡмай тыңлап торғандар. Ҡайһылары ауыҙына үлән ҡабып, башын түбән эйеп, уйлап ултырғандар, ти. Һөйләүсенән һүҙ сыҡҡан, һүҙгә эйәреп һүҙ киткән. Бары ла аҡыллы һүҙен хуп күреп, яулашыуҙы ташлар булғас, үҙе баш, үҙе * түш булып йөрөгән аҡһаҡалдар араһында шау-шыу киткән; үҙ-ара даулашып, һәр ҡайһы аҡһаҡал үҙе морон төрткән ханына барып кәңәш-төңәш иткән, ярҙам һораған, ти. Хандар ашыҡмаған, элеккесә йәшәй биргән. Аҡһаҡалдарҙың эше был яҡ менән дә сыҡмағас, аптырағандар. 38 һаман көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы талап, былай тороу ярамаҫ, бер ҙэ булмаһа Мәскәү батшаһына барып ҡарайыҡ, тип һүҙ берләштергәндәр, ти. Ерле ерендә кәңәш итеп, тағы ла ырыу аҡһаҡалдары бер ергә йыйылып һөйләшкәндәр. Аҙаҡ сиктә бөтә ырыу аҡһаҡалдары араһынан бөрйәндең Иҫке бей, ҡып саҡтың Ҡужаҡ, тамъяндың Шэғәле тигән кешеләрен батшаға ебәрергә булғандар, ти. Был кешеләр Мәскәүгә барғас, батша, бик ҙур ҡунаҡтар килгән, тип ҡаршы алған, ти. Бөтә һанат, янаралдарын йыйған, аш-һыу әҙерләп, ҡунаҡ иткән. Бары ла был арҙан һорашҡан, былар илдең әйткән йомоштарын энәһенән-ебенә саҡлы һөйләгәс, батша: - Берүтала миңә баш һалығыҙ, һеҙҙең ер-һыуығыҙҙы үҙ арағыҙға бүлеп бирҙерермен; тирә-яҡ хандар һеҙҙең ергә килеп аяҡ баҫа алмаҫ, - тигәс, аҡһаҡалдар үҙ-ара аҡыллашҡандар, ти. «Тимә бер ханға тырым-тыраҡай яһаҡ-маҙар ташып йөрөгәнсе, бер ерҙә булыр. Илке-һалҡы уйлап тормайыҡ, баш һалайыҡ», - тип һөйләшкәндәр ҙә, батшаға инеп, үҙ теләктәрен әйткәңдәр. Бата ша быларҙың үҙҙәрен ант иттереп, бөтә илде баш һалдырырға һүҙ бирҙереп, ҙур туй яһаған; бөтә һарайҙарын күрһәткән, бер нисә көн ҡунаҡ итеп, барына ла ҙур бү-ләк, тарханлыҡ биргән. Ер-Һыу сиктәрен билдәләп, ырыу ыҙғыштарын бөтөрөргә кеше ебәрмәк булған. Шунан илселәр ҡайтып киткән. Илселәр ҡайтып, ип-һап итеп, халыҡ менән һөйләшеп бөтөүгә, батша кешеләре лә килеп еткән, ти. Батша ебәргән нәсәлник!әр килгәс, ат-хат еткән ерҙән ете ырыу халҡын Тарауыл аҡланына йыйғандар, ҙур туй яһағандар. Туйҙа ырыу-ырыу яҡлашып, батырҙар көрәшкән, сәсәндәр әйтем әйтешеп, ҡурайсылар ҡурай уйнаған, йырсылар йырлаған. Аҡһаҡалдар, байҙар ат саптырған, һунарсылар ат өҫтөндә уйнап, сәпкә атышҡан. Бөтәһе белгәненсә, уйын-көлкө яһап, көн уҙғарғандар, ти. Йыйынға килгән ете ырыу эсендә бығаса Уралды 39 күрмәгән, буйына аяҡ баҫмаған ырыуҙар ҙа булған» (30, 149-150). Ҡобайырҙан был өҙөктә ни сәбәптәндер Үҫәргән ырыуы башлығы Бикбау бей телгә алынмаған. Әммә башҡорт халҡының ошо уҡ жанрҙағы икенсе бер поэтик ауыҙ-тел ижады әҫәрендә: «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне» ҡобайырында уның образына ла ҙур урын бүленә. Бикбау бей тәүҙә Ҡарағөлөмбәт хан яҡлы булып, Ҡобағош бей-сәсәнгә ҡаршы көрәш алып бара, аҙаҡ унан еңелә. Ҡобайырҙа әйтелгәнсә: «Бара-бара халыҡ, Бикбау бей менән ханды берәм-берәм ташлап, Ҡобағошҡа ыҡлаған. Хан түҙмәгән ҡасҡан. Бикбау ҡалған. Ҡобағошҡа буй биргән. Ҡарағөлөмбәт, бүтән хандарҙан көс алып, ил өҫтөнә килерҙе ишеткәс, Ҡобағош, ат саптырып, ил йыйған. - Был хандан ҡотолоп булмаҫ, аҡ батшанан ярҙам һорайыҡ, беугә ярҙам бирһен. Арала ыҙғыш бөтһөн, ырыу-ырыуға ерҙе бүлеп бирһен, - тип, үҫәргәндән Бикбау бейҙең үҙен, бөрйәндән Иҫке бейҙе, ҡыпсаҡтан Ҡара Ҡужаҡты, тамъяндан Шаҡмаңды аҡ батшаға ебәргән, ти» (30, 137). Көньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙарының йәғни ҡыпсаҡ, бөрйән, тамъяндарҙың Рус дәүләтенә ҡушы-лыуын фольклор әҫәрҙәренән тыш яҙма сығанаҡтар ҙа йәғни шәжәрәләр ҙә раҫлай. Шуларҙан, мәҫәлән, «Бөрйән, Ҡыпсаҡ Үҫәргән һәм Тамъян ҡәбиләләре шәжәрәһе» тигән ҡулъяҙма ҡомартҡының түбәндәге юлдарына күҙ һалайыҡ: «1547 йылдан башлап олуғ шаһыбыҙ Иван Васильевич Грозный Рәсәй йәмәғәттәре менән Ҡаҙан ҡалаһын алырға килеп, күп тапҡырҙар һуғыш асҡандан һуң, татар хандарынан Йәдкәр хан заманында, 1552 йылдың 2 октябрендә уны тамам үҙ ҡулына алды. һәм шул Ҡаҙан ҡалаһында күп йорттарында ҡылдылар. Бынан һуң башҡорттар Ҡаҙандың көнсығыш яғындағы дүрт ырыу бер хисаптағы яҡшы кешеләрен Иван батшаға ебәрҙеләр. Уларҙың янына килеүҙәрен батша үҙе лә талап иткәйне. Үрҙә әйтелгәндәрҙән Бикбау кенәз, Бөр- 40 йэн ырыуынан Иҫкебей кенәз, Кыпсаҡ ырыуынан Ме-шәүле Карағужаҡ кенәз, Тамъяндан Шәғәле Шаҡман кенәз. Билдәле, әле исемдәре үрҙә телгә алынған дүрт бей, Каҙан ҡалаһына барып, Иван Грозныйға мәғлүм булдылар. Башҡорттарҙың ихлас хеҙмәт итеүҙәре менән ҡабул итеп, бер ил кешеләре, крәҫтиәндәр итеп танығандан һуң, хөрмәт йөҙөнән тарханлыҡ дәрәжәләре биреп, үҙҙә-ренә наград итеп, грамота менән ерҙәрен һәм һыуҙарын үлсәтеп, үҙҙәренең бирелеү үтенесе менән ғариза ҡылдылар» (2, 71). Көньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡәбиләләре Рус дәүләте составына үҙ теләге менән ингәс, нугайҙар 1558 йылдан башлап Башҡортостанды! «алдырып, Кубангә, Ҡырымға күсенә башлай. 1558 йылда Иҙел буйындағы ҙур аслыҡ һөҙөмтәһендә Исмәғил мырҙаның ҡулы аҫтында Башҡортостанда йәшәгәндәре урыҫ . подданныйлығын ҡабул итә. 1600 йылғы аслыҡ, низағгар арҡаһында, өҫтәүенә, ул саҡта Оло Нуғайҙың һуңғы бөйөк бейе Ор мәмбәт мырҙа ла вафат булғанлыҡтан, :ҡалған нуғайҙар ҙа Башкортостанды бөтөнләйгә ҡалдыра. Аслыҡ һәм ыҙғыш-тартыштарҙан бер миллионға яҡын нуғай ҡырыла. Шулай итеп. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандан Бөрйән, Тамъян, Үҫәргән, Кыпсаҡ ырыуҙарының Рәсәй-гә берҙәм ҡушылыуы бөтә башҡорт иле-өсөн мөһим ваҡиғаға әүерелә. Был хаҡта тарихсы Әбүбәкер Нуриан улы Усманов былай тип яҙҙы: «Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Рәсәйгә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә нуғайҙар Башҡортостандың эске райондарына үтеп инеүҙең мөһим мөмкинлектәрен бөтөнләйгә юғалта; улар йәйләү өсөн яҡшы көтөүлектәренән мәхрүм булып ҡына ҡалмай, бәлки. Башҡортостандың был яғы халҡы өҫтөнән хакимлыҡтарын да юғалта. Былар барыһы ла Нуғай Урҙаһының артабан көсһөҙләнеүенә һәм тарҡалыуына алып килә» (31, 150-151). 41